Хуш Әлифба

Май 26, 2022 Просмотров: 40
25 май мәктәбебеҙҙә 1 кластарға "Хуш Әлифба" 4 класс уҡыусыларына "Башланғыс мәктәп менән хушлашыу" сараһы үткәрелде.Ике класс өсөндә был сара көтөп алынған ҡыуаныс,йылы тойғолар ҡалдырған бала-саҡ миҙгеленең бер этабы.Үҙ аллы булырға тырышҡан,үҙҙәрен инде ярайһы уҡ ҙур итеп тойған 4 класс уҡыусылары өлгө күрһәтергә тырышһа,беренселәр үҙ сираттарында бер баҫҡысҡа күтәрелгәндәрен, 2 класҡа күскәндәренә ишара яһап ҡына торҙолар.Мәктәп директоры Юскаева Р.Ф ҡыҙының сығышында уҡыусыларҙың тырышлығы,ата-әсәләрҙең берҙәмлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.Ата-әсәләрҙең ҡотлауҙары,балалар үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәре аша яуап биреүҙәре ике яҡтыңда уҡыу йылына ҡуйлған маҡсатҡа тулыһында ирешеүҙәре сағылды. Беренсе уҡытыусы был көндө төрлө кисерештәр аша үтә.Берҙән,үткән 4 йыллыҡ уңышын күреп ҡыуаныу,икенсенән тиҙ генә үҫеп урта звеноға баҫҡан уҡыусылары менән айырылышыу минуттарынан моңһоулыҡ та бар ине. Ниндәй генә ҡыйынлыҡ,һынауҙар булһа ла,бирешмәҫкә,тик АЛҒА,АЛҒА,АЛҒА,