выпускной

Май 26, 2022 Просмотров: 16
Ҡалдар урта мәктәбендә 18 май көнө Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтте.Йылдағыса мәктәптәр уңыштарын балалар иҫәнлегендә,ата-әсәләрҙең ҡыуанысында,уҡытыусыларҙың ғорурлығына төрөнөп,алдағы имтихандарға етдилек,тағы ла күтәреләсәк бер баҫҡысҡа саҡырыу булып та күҙааллана.Мәктәп директоры Юскаева Рәсимә Фәрит ҡыҙы уҡыусыларҙа ҡотланы һәм ошоларҙы бәйән итте: мәктәбебеҙҙе ике ҡыҙ һәм дүрт малай тамамлай.Уҡыусылар уҡыу яғынында,конкурс һәм спорт ярыштарында ла алдынғылар рәтендә булдылар.Ике егетебеҙ Ишкулов Инзир Экономика фәненән олимпиаданың Муниципаль этабында еңеүсе булып Республика этабында призёр булды,Кульбаев Азамат ошондай уҡ олимпиадала Физикультура предметынан Район этабында еңеусе булып Республика этабында яҡшы күрһәткескә өлгәште.Мәктәптең балалар һаны әҙ булыуға ҡарамай уҡыусылар ең һыҙғанып,уҡытыусыларын тыңлап бергә-бергә бик куп кенә эштәр башҡарҙылар.Әүҙем үткән саралар,өмәләр,ярыштар уҡыусылар,уҡытыусылар,ата-әсәләр менән бәйләнеште нығытты.Гагарин олимпиадаһында ҡатнашып урын алғандар Диплом,Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанды.Беҙҙе ҡотларға район вәкиле,мәктәбебеҙҙе 1984 йылда тамамлаған уҡыусыһы Мәхмүтов Илгиз Низам улы ,хәҙер инде дәрәжә ошо кимәлгә етеүендә мәктәптең өлөшө ҙур былыуын,оло уҡытыусыларға рәхмәт әйтеп,уҡыусыларға аҡ юл теләне.Саҡырыу ҡағыҙын алып сарабыҙҙы биҙәп,ҡыуандырып килгән Ветеран уҡытыусыларға ғына бағышланған йыр,шиғыр ,сәскәләрҙә күңел түребеҙҙән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре сағылды.Класс етәксеһенең,ата-әсәләрҙең ҡотлауҙарында йылы,тәрән тойғолар кисерелек һүҙҙәр әйтелде.Бына мәктәп вальсы,һуңғы ҡыңғырау сыңы...тағы ла бер уҡыу йылының финалы,ә алда имтихан,бөтәбеҙҙә тик уңыштар,аҡ юл теләйбеҙ һеҙгә сығарылыш уҡыусылары!!!