9МАЯ

Май 16, 2022 Просмотров: 13
Һуғыш-егет көсө менән, Һуғыш -еңгәм йәше менән, Һуғыш -ата-бабам ҡаны, Һуғыш -наҙһыҙ ҡатын ҡыҙы, Һуғыш -урланылған бала-сағы, Еңеү-инде 77 йылғы, Еңеү-илем тыныслығы, Еңеү- халҡым батырлығы, Еңеү-барлыҡ йыһандағы, Кешеләргә әле лә беҙ, Күрһәтәбеҙ тағы-тағы Еңеү һәр саҡ беҙҙең яҡта, Ҡурҡмайынса алға атла. Ҡалдар урта мәктәбендә Еңеү байрамы тантанаһы 8 майҙа үткәрелде.Шарҙар,ветерандарҙың портретын тотҡан байрамса кейенгән уҡыусылар,һәр саҡ алғы рәттә барған уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр, Еңеүҙе яҡынайтҡан урланған бала саҡлы инәйҙәр,ата-бабаларының һуғыш һыҙығында күрһәткән батырлыҡтары менән ғорурланған ветеран педагогтарҙы күререгә мөмкин ине.Ҡотлауҙар,мәғлүмәттәр менән үрелеп килде,сөнки мәктәп директоры Юскаева Р.Ф ҡыҙы үҙе тарих уҡытыусыһы,олатаһы ветеран булған,ауыл биләмәһе башлығы Бикбулатов Р.Г улынын да олатаһы һуғыш ветераны,ветеран уҡытыусы Сәлихова С.С атаһы 1941-1942 йылдарҙа фронтта булып,1945 йылға тиклем йәштәрҙе һуғышҡа әҙерләп оҙатыусы булыуын бәйән итеп уҡыусыларҙа ошо батырҙар өлгөһөндә үҫеүҙәрен,улар яҙмышына һуғыш ғәрәсәте ҡағылмаһын ине тигән теләктә ҡалдылар.Әлбиттә ҡан ҡойош бөгөнгө көндә лә барыуын берәүҙә онотмай,йыр,шиғырҙарын уҡыусылар яугирҙәр иҫтәлегенә тип күңел һалып башҡара,уларға көс,батырлыҡ,үлемһеҙлек юллай.Мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәхмүтов Радик,Бустубаев Кәримдең йыр-бүләктәре барыһының күңеленә ятты,алҡыштарға күмде.Тантана һуңында стеллаға венок,сәскәләр һалып,һәр береһе үҙенең яҡынының исем фамилияһына баш эйеп,һуғыш ҡабатланмаһын,ҡотҡарыу миссияһы тиҙерәк тамаланһын тип таралышты.